+21 °С
Болотло


Ишбирҙе ауылы ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ебәреү өсөн сәк-сәк бешерҙе. Ләлә Шаһимарҙан ҡыҙы Иҙелбаева ҡомалаҡ икмәктәре лә әҙерләне.
Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, ир-егеттәребеҙ әсәләре, ғаиләләре янына имен-һау әйләнеп ҡайтһындар, тигән изге теләктәрен теләп, доғаларын уҡып әҙерләне ризыҡтарҙы ҡатын-ҡыҙҙар.