Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
8 Декабрь 2025, 16:55

Балалар ижады үҙәгенән ярҙам

Бөгөн улар "Һаҡлаусы Фәрештә" ирекмәндәр ойошмаһы штабында булды

Балалар ижады үҙәгенән ярҙамБалалар ижады үҙәгенән ярҙам
Балалар ижады үҙәгенән ярҙам

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының «Һаҡлаусы Фәрештә» ирекмәндәр ойошмаһы штабына Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәге педагогтары һәм уҡыусылары килде.

Үҙәк коллективы ҙур ихласлыҡ менән хәйриә концерты үткәрә һәм унда йыйылған 15 меңгә һумға махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн кәрәкле әйберҙәр: дрель, консервалар, тушенкалар, тәм-том, дымлы салфеткалар, таҫтамалдар, ойоҡбаштар һәм шәхси гигиена әйберҙәре һатып ала.

”Яугирҙәргә ныҡлы ярҙам иткәндәре, вайымһыҙ булмағандары өсөн балалар ижады үҙәге етәкселәренә, педагогтарына һәм унда шөғөлләнеүсе балаларға ихлас күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ! Йөрәктәрегеҙ һәр ваҡыт изгелек менән тулы булһын, ә һеҙҙең берҙәмлек өлгөһө башҡаларҙы ла рухландырһын!” – “Һаҡлаусы Фәрештә” штабы етәкселәре.

Балалар ижады үҙәгенән ярҙам
Балалар ижады үҙәгенән ярҙам
Балалар ижады үҙәгенән ярҙам
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас