Ғаилә йылы
8 Декабрь 2025, 04:40

Афарин, Азамат!

"Башҡорт йыры-2025" йыр бәйгеһенең Гран-приһын Баймаҡ егете яуланы

Афарин, Азамат!Афарин, Азамат!
Афарин, Азамат!

Өфөлә "Башҡортостан" концерт залында "Башҡорт йыры-2025" конкурсының гала-концерты үтте. Ун бишенсе тапҡыр үткәрелгән йыр байрамы яңы исемдәр асты, тамашасыларға күңелле ял бүләк итте.

"Башҡорт йыры-2025" йыр бәйгеһенең Гран-приһын Баймаҡ егете Азамат Ғөбәйҙуллин яуланы! Ул "Сибай" башҡорт халыҡ йырын башҡарып тамашасыны хайран итте. Азамат Өфөлә "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле солисы булып эшләй. Яҡташыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас