Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
5 Декабрь 2025, 07:05

Һаулығы сикләнгәндәрҙе хәстәрләп

"Түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо

Һаулығы сикләнгәндәрҙе хәстәрләпҺаулығы сикләнгәндәрҙе хәстәрләп
Һаулығы сикләнгәндәрҙе хәстәрләп

Баймаҡ биләмә-ара китапханаһында инвалидтарҙың проблемаларын өйрәнеү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын асыҡлау маҡсатында "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Сарала ҡала хакимиәте, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Инвалидтар уңайлы мөхит, медицина хеҙмәттәре күрһәтеү һ.б. мәсьәләләргә ҡағылды. Ведомстволар һәм йәмәғәт структураларының үҙ-ара әүҙем эш итеүе һорауҙарҙы тиҙ арала хәл итеү юлдарын табырға мөмкинлек бирә һәм күп мәсьәләләр ведомство-ара кимәлдә хәл ителә, тип билдәләнде сарала. Ҡатнашыусылар инвалидтарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса даими хеҙмәттәшлек итергә һәм артабан да бергә эшләргә килеште.

Һаулығы сикләнгәндәрҙе хәстәрләп
Һаулығы сикләнгәндәрҙе хәстәрләп
Һаулығы сикләнгәндәрҙе хәстәрләп
Һаулығы сикләнгәндәрҙе хәстәрләп
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас