Ғаилә йылы
4 Декабрь 2025, 10:30

Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

«Йыл эшҡыуары-2025» республика конкурсы еңеүселәренә наградалар тапшырылды

Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

3 декабрҙә Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә «Йыл эшҡыуары-2025» республика конкурсы еңеүселәренә наградалар тапшырыу тантанаһы үтте. Конкурстың республика этабына 54 муниципалитеттан 142 ғариза тапшырылған. Еңеүселәр араһында районыбыҙ эшҡыуарҙарының да булыуы ҡыуаныслы. Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Байрамғолова Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы ауыл хужалығы өлкәһендә “Иң яҡшы эшҡыуар”, шәхси эшҡыуар Сәғәҙиев Руслан Викторович “Йылдың иң яҡшы йәш эшҡыуары” булып танылды. Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас