Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
4 Декабрь 2025, 07:25

Тырыштар маҡсатына ирешә

Быны беҙ Темәс ауылынан Йәмилә Ғирфан ҡыҙы Баязитова миҫалында асыҡ күрәбеҙ

Тырыштар маҡсатына ирешәТырыштар маҡсатына ирешә
Тырыштар маҡсатына ирешә

 Тырыштар, ныҡышмалдар маҡсаттарына ышаныслы аҙымдар менән бара һәм яҡшы һөҙөмтәгә ирешә. Быны беҙ Темәс ауылынан Йәмилә Ғирфан ҡыҙы Баязитова миҫалында асыҡ күрәбеҙ. Ул үҙ эшен асырға хыяллана. Бының өсөн райондың халыҡ мәшғүллеге үҙәге ҡарамағындағы курстарҙа уҡый һәм 2024 йылда уның башланғысы 350 мең һумлыҡ адреслы дәүләт ярҙамы ала.

Бөгөн Йәмилә Ғирфан ҡыҙы бизнесын уңышлы үҫтерә - ризыҡтарҙы ыҫлау хеҙмәтен күрһәтә. Ыҫланған ҡош, һыйыр, йылҡы, һарыҡ итен, балыҡ, шулай уҡ ҡоротто тәбиғи продукцияға өҫтөнлөк биргән кешеләр бик яратып һатып ала һәм Йәмиләнең бөгөн даими клиент базаһы булдырылған.

Әйткәндәй, йыш ҡына Йәмилә Ғирфан ҡыҙы ҡоротто махсус операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам сифатында ебәрә.

Әлбиттә, үҙ эшеңде асыу – байтаҡ аҡса һалыуҙы талап иткән еңел булмаған юл. Әммә тырыштар һәр саҡ уңышҡа өлгәшә. Йәмилә Ғирфан ҡыҙына ла уңыштар теләйбеҙ!

Тырыштар маҡсатына ирешә
Тырыштар маҡсатына ирешә
Тырыштар маҡсатына ирешә
Тырыштар маҡсатына ирешә
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас