

Ишей ауылындағы штаб бүлмәһе бер ҙә буш тормай. Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары унда маскировка селтәрҙәре үрә, гуманитар ярҙам туплай.
"Селтәр үреү эшенә күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар йыйылыуы ҡыуандырҙы. "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзаларынан Ә. бдуллина, А. арасурина, Т. ҫәнбаева, Х. шдәүләтовалар булһа, ауылыбыҙҙың гүзәл заттары Р.Юлдашкильдина, З.Ғәрифуллина, Ф.Ҡарасурина, Ш.Рәхмәтуллина, Т.Иҫәнбаева, Ф.Ҡотлобаева, Л.Ҡарасурина, А.Ҡарасуриналар әүҙемлек күрһәтте. Дәрестән һуң уҡыусылар ҙа инеп ярҙам итеп өлгөрҙө. Күмәкләп тотонғас, эшебеҙ ҙә ырамлы булды.
Көндөң тәүге яртыһында маскировка селтәре үрһәк, икенсе яртыһында МХО-нан әсәһе Фәриҙә Ильяс ҡыҙы янына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугиребеҙҙе хөрмәтләп оҙаттыҡ. Батыр ауылдашбыҙға Хызыр Ильяс юлдаш булһын. Фәрештәләр һәр яҡлап һаҡлап ҡына йөрөһөндәр. Тиҙ арала илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашһын тигән теләктәр менән доғалар ҡылынды", - тип хәбәр итте "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе Хәлиҙә Ишдәүләтова.