+24 °С
Ямғыр


Яңы йыл етеп килә, тимәк, Ҡыш бабайға хат яҙырға ваҡыт. Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә махсус почта йәшниктәре асылды. Декабрҙә улар тылсымсыға мөрәжәғәттәр ҡабул итә.
Хаттарҙы 162390, Ҡыш Бабай йорто, Бөйөк Устюг, Вологда өлкәһе адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Әгәр балаға хатты ебәрәүҙә ярҙам талап ителһә, почта хеҙмәткәрҙәре адресты нисек дөрөҫ итеп яҙырға, марканы нисек йәбештерергә кәрәклеген аңлата. Яуап алырға теләһәгеҙ, кире адресты һәм индексты күрһәтеү зарур. Ҡыш бабайға хатты ғәҙәти почта йәшниктәренә лә төшөрөргә мөмкин.