Ғаилә йылы
2 Декабрь 2025, 12:20

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн

Теген производствоһы, лизингҡа ауыл хужалығы техникаһы алыу, туризмды үҫтереү өсөн ер мәсьәләләре һәм башҡа һорауҙар күтәрелде

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөнЭшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн

Баймаҡ районына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Фәнүр Ҡыҙы Ғибәҙуллина килде.
Район хакимиәте бинаһында ул граждандарҙы ҡабул итте, унда районда эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереүгә ҡағылышлы һорауҙарҙы һәм тәҡдимдәрҙе тыңланы. Ҡабул итеүҙә теген производствоһы, лизингҡа ауыл хужалығы техникаһы алыу, туризмды үҫтереү өсөн ер мәсьәләләре, баҡсасылыҡ һәм урмансылыҡҡа ярҙам, бизнес өсөн ҡорамалдарҙы лизингҡа алыу һәм башҡа һорауҙар күтәрелде. Бындай осрашыуҙар район өсөн перспективалы йүнәлештәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә, шул уҡ ваҡытта эшҡыуарҙарға көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡлау һәм уларҙы хәл итеү юлдарын табыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек булып тора.

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас