

Баймаҡ районы башҡорттары Ҡоролтайының "Сылтыр шишмә" проекттары буйынса Һәмән ауылында эштәр дауам итә. Уҙған йыл улар ошо проект сиктәрендә Мофазал ҡоҙоғон кәртәләне һәм II урынға лайыҡ булғайны. Аҡсалата бирелгән премияны быйыл һәмәндәр икенсе ҡоҙоҡто кәртәләү өсөн тотондо. Алдан барыһын да хәстәрләп тимер торбалар алып ҡуйҙылар. Башланған эш - бөткән эш, тигәндәй күмәк көс менән Ҡаран ҡоҙоғон (халыҡ телендә Зөһрә ҡотоғо) кәртәләп тә ҡуйҙылар.
Ауыл старостаһы Азамат Йәрмөхәмәтов: "Ауылда берҙәм, ихлас, ярҙамсыл халыҡ йәшәй. Ниндәй генә экологик өмәләр үткәрһәк тә, береһе лә ситтә ҡалмай. Бөгөнгө өмәлә һәр яҡтан ярҙам иткән ир-егеттәр Арслан, Зәйнулла, Шафиҡ Әминевтар, Кәбир, Нәҙир Һибәтуллиндар, Мансур, Альмир Сабанбаевтар, Данил, Рәшит Нурғәлиндар, Рауил, Ирәндек Йәнгилдиндарға, тимер бағаналарҙы буяп йөрөүсе Фәһимә Һибәтуллина, Илүзә Аҡназароваларға ҙур рәхмәт! Һәр ваҡыт шулай берҙәм булайыҡ", - тине.
Райхана Булатова.