Ғаилә йылы
1 Декабрь 2025, 06:30

Ағинәйҙәрҙән - талҡан

Еңеүгә беҙҙең дә өлөшөбөҙ инһен, ти Ишмырҙа ағинәйҙәре

Ағинәйҙәрҙән - талҡанАғинәйҙәрҙән - талҡан
Ағинәйҙәрҙән - талҡан

Ишмырҙа ауылының ағинәйҙәре "Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Сибәрбикә апай Теләүсинаның йортона йыйылып, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә халҡыбыҙҙың милли ризығы - талҡан әҙерләне. "Талҡан - туҡлыҡлы, көс биреүсе, дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған ризыҡ. Ул хатта итте алмаштырған, шуға күрә уны алыҫ походтарға алырға мөмкин. Бәләкәй генә булһа ла, Еңеүгә беҙҙең дә өлөшөбөҙ инһен. Был ризыҡ яугирҙәргә көс-ҡеүәт өҫтәһен! Һау-сәләмәт йөрөп ҡайтығыҙ, беҙ һеҙгә ышанабыҙ. Бөтәбеҙгә лә берҙәм булырға, Ватанды һөйөргә, яҡларға, ә яугирҙәрҙе хөрмәт итергә кәрәк. Әле беҙҙең ир-егеттәргә күрһәткән ярҙам - ул һәр кемдең намыҫ эше. Бындай ярҙам уларға көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер. Берҙәм булайыҡ!" - ти Ишмырҙа ағинәйҙәре.

Ағинәйҙәрҙән - талҡан
Ағинәйҙәрҙән - талҡан
Ағинәйҙәрҙән - талҡан
Ағинәйҙәрҙән - талҡан
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас