Ғаилә йылы
29 Ноябрь 2025, 15:30

Сыңғыҙ мәктәбендә...

Яугирҙәргә лә, әсәләргә лә ярҙам, кисәге һалдаттар менән осрашыу

Сыңғыҙ мәктәбендә...Сыңғыҙ мәктәбендә...
Сыңғыҙ мәктәбендә...

Сыңғыҙ мәктәбендә был аҙна дауамында күп саралар үтте.

Әсәйҙәр көнөнә арналған сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам йыйылды. Ата-әсәләр, уҡыусылар, мәктәп коллективы һәм ауыл халҡы кемеһе әйберләтә, кемеһе аҡсалата ярҙам итте. Шулай уҡ уҡыусылар хаттар яҙып һалды. Йыйылған аҡсаға әлеге көндә иң кәрәклеһе - бензобысҡы һатып алынды һәм барлыҡ әйберҙәр “Һаҡлаусы Фәрештә” ирекмәндәр штабына тапшырылды.

***

Сыңғыҙ мәктәбенең 7-9-сы класс егеттәре уҡытыусы Илгиз Ишбулды улы менән берлектә улы махсус хәрби операцияла булған Әхмәтова Рәйлә инәйҙең йортона барып, утынын өйөп бирҙеләр.
Афарин, балалар! Изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Ауыр мәлдә бер-береңә ярҙам итеү, бер-береңә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу мөһим. Киләсәктә лә шулай ихтирамлы, иғтибарлы булығыҙ.
***

Сыңғыҙ мәктәбендә тағы бер патриотик сара үтте – хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан элекке сығарылыш уҡыусылары Мораҙым, Инсаф һәм Флүр мәктәпкә осрашыуға килде. Был сара уҡыусыларҙа күтәренке кәйеф тыуҙырҙы. Егеттәр уҡыусыларға хәрби хеҙмәттә ҡыйыу, тәүәккәл, үҙ-үҙеңде тотоу, дисциплиналы, физик яҡтан үҫешкән һәм башҡа шуның кеүек сифаттар мөһим булыуы хаҡында һөйләне.

Сыңғыҙ мәктәбендә...
Сыңғыҙ мәктәбендә...
Сыңғыҙ мәктәбендә...
Сыңғыҙ мәктәбендә...
Сыңғыҙ мәктәбендә...
Сыңғыҙ мәктәбендә...
Сыңғыҙ мәктәбендә...
Сыңғыҙ мәктәбендә...
Сыңғыҙ мәктәбендә...
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас