+21 °С
Облачно


Бөгөн Мерәҫ ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты. Был ауыл халҡы өсөн ҙур шатлыҡ, сөнки медицина ярҙамы алыу тағы ла сифатлыраҡ һәм уңайлыраҡ буласаҡ.
Хәҙер ауыл халҡының табиптан ваҡытында консультация алыу, кәрәкле процедуралар эшләтеү һәм ашығыс беренсе ярҙам алыу мөмкинлеге бар.
Яңы ФАП өр-яңы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Тәжрибәле фельдшер Ольга Парфенова өлкәндәргә лә, балаларға ла ярҙам күрһәтергә әҙер. Ауылдың хаҡлы ялдағы булған медицина ветерандары ауылдаштарын яңы ФАП асылыуы менән ҡотлап, учреждениеға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.