

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе илебеҙҙә иң матур, иң сағыу байрамдарҙың береһе - Әсә көнө билдәләнә. Ошо матур байрам уңайынан Таулыҡай ауыл китапханаһында «Батыр улдар үҫтергән әсәйҙәр» тип исемләнгән кисә үтте. Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙең әсәйҙәре саҡырылды.
Осрашыу ваҡытында хажиә Рәсимә Динислам ҡыҙы Сәғәҙәтова МХО-ла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең имен-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын, илебеҙгә тыныслыҡ, бәрәкәт теләп, һәләк булған яугирҙәр рухына бағышлап аяттар уҡыны, хәйерҙәр таратылды.
Әсәйҙәрҙе ауыл биләмәһе идарасыһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Исхаҡова Гөлгинә Әбделхай ҡыҙы ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе һәм моңло йырҙарын бүләк итте. Һәр әсәй үҙенең уй-фекере, кисерештәре менән уртаҡлашты, күңелдәре булғансы һөйләшеп, йырлап-бейеп, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреп, бүләктәр алып ҡыуанды.
Һәр кем илебеҙ күге аяҙ булһын, һуғыш булмаһын, донъялар тынысланһын, бөгөн ата-бабалары кеүек ил һағына баҫҡан ир-егеттәр ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар, тигән теләктә таралышты.
Сараны үткәреү өсөн бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән ауыл хакимиәте башлығы Уразбаев Ҡәйүм Рәжәп улына, ир-егеттәр ҡоро рәйесе Сәйетов Юнир Мулләхмәт улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, ти уны ойоштороусылар.