Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
27 Ноябрь 2025, 07:15

Үрге Яйыҡбайҙа сара үтте

Ул әсәләргә арналды

Үрге Яйыҡбайҙа сара үттеҮрге Яйыҡбайҙа сара үтте
Үрге Яйыҡбайҙа сара үтте

Үрге Яйыҡбай ауылында Әсә көнөнә арналған матур сара үтте. Клуб мөдире Әлиә Сулпан ҡыҙы әсәләрҙе ҡотланы һәм төрлө уйындар ойошторҙо. Ауыл Советы депутаттары Вәлиев Илгиз Рауил улы, Әминева Гөлсинә Рамаҙан ҡыҙы һәм Рыҫҡужин Әсфәр Фирғәт улы байрам менән ҡотлап, әүҙем ирекмәндәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе Зөлхәбирә Сәхиулла ҡыҙы ла байрам уңайынан бар әсәйҙәрҙе ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Әминев Амур Зиннәтулла улы юбиляр ағинәйҙәр Рәсүлева Таңһылыу Шәрифулла ҡыҙына, Ҡолһарина Миңзәлә Миңлеғәле ҡыҙына, "Миләш" балалар баҡсаһы коллективына, "Бай" кооперативы ҡыҙҙарына һәм ауыл ирекмәндәренә изге теләктәрен еткереп, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Сара әсәйҙәргә арналған матур йырҙар, шиғырҙар менән үрелеп барҙы.

Үрге Яйыҡбайҙа сара үтте
Үрге Яйыҡбайҙа сара үтте
Үрге Яйыҡбайҙа сара үтте
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас