+21 °С
Болотло


Башҡортостан халҡын Географик диктант яҙырға саҡыралар.
Уны 30 ноябрҙә Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә яҙырға мөмкин. Бының өсөн һылтанма буйынса үҙегеҙгә майҙансыҡ һайлағыҙ: vk.cc/cRGMU8
Диктантты онлайн рәүештә яҙырға ла мөмкин. Ул 30 ноябрҙән 14 декабргә тиклем түбәндәге сайтта үткәрелә: vk.cc/5RAdqD
Диктант ике өлөштән тора:
1) Рәсәй географияһы тураһында белемде тикшереүгә 10 һорау.
2) 30 ҡатмарлы һорау, улар логик фекерләүҙе һәм тәрән белемде талап итә.
Һөҙөмтәләр 15 декабрҙә билдәле буласаҡ.