Ғаилә йылы
26 Ноябрь 2025, 10:20

Яйыҡбайҙарҙан ярҙам

"Тиҙерәк тыныслыҡ тураһындағы килешеү төҙөлөп, һалдаттарыбыҙға тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын”, - ти яйыҡбайҙар.

Яйыҡбайҙарҙан ярҙамЯйыҡбайҙарҙан ярҙам
Яйыҡбайҙарҙан ярҙам

Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙ өсөн сираттағы посылканы әҙерләне. Унда һалдаттарыбыҙ өсөн йылы кейемдәр, көнкүреш әйберҙәре, дарыуҙар һәм үҙебеҙҙең милли ризыҡтар тупланған. Ауылдың ағинәйҙәре "Еңеү менән ҡайтығыҙ", "Беҙ тыныслыҡ яҡлы" тигән һүҙҙәр яҙылған йәшниктәрҙе Баймаҡ ҡалаһындағы ирекмәндәр үҙәгенә алып килде.

Ә Үрге Яйыҡбайҙан Мусина Фәриҙә үҙенә бағышлап боғаҙланған ҡорбанын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарыбыҙға тапшырҙы. Ҡорбан итенән 50 ҡап былау менән ҡарабойҙайҙан итле ризыҡ һәм 15 банка быҡтырылған ит эшләне. Түбәнге Яйыҡбай ауылынан ағинәйҙәр Фирдәүес Мөбәрәк ҡыҙы, Рәйлә Хәмзә ҡыҙы, Сафия Хажғәле ҡыҙы былау эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
“Беҙҙең әҙерләгән ризыҡтарыбыҙ һалдаттарыбыҙға барып етеп, ризыҡтарына яҙһын! Ҡорбандар ҡабул булһын! Тиҙерәк тыныслыҡ тураһындағы килешеү төҙөлөп, һалдаттарыбыҙға тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын”, - ти яйыҡбайҙар.

Яйыҡбайҙарҙан ярҙам
Яйыҡбайҙарҙан ярҙам
Яйыҡбайҙарҙан ярҙам
Яйыҡбайҙарҙан ярҙам
Яйыҡбайҙарҙан ярҙам
Яйыҡбайҙарҙан ярҙам
Яйыҡбайҙарҙан ярҙам
Яйыҡбайҙарҙан ярҙам
Яйыҡбайҙарҙан ярҙам
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас