Ғаилә йылы
26 Ноябрь 2025, 10:50

Афарин, Сөмбөл!

Яҡташыбыҙҙы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

Афарин, Сөмбөл!Афарин, Сөмбөл!
Афарин, Сөмбөл!

21 ноябрҙә Өфөлә мәҙәниәт учреждениелары педагогтарының VII республика конкурсының финалы үтте. Конкурс 3 турҙа үтте: һайлап алыу, республика һәм финал. Конкурста ҡатнашыу өсөн 230-ҙан ашыу ғариза ҡабул ителгән һәм 1000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан. Финалға 100-ҙән ашыу конкурсант сыҡҡан, уларҙың барыһы ла юғары башҡарыу оҫталығы күрһәткән.

Конкурста районыбыҙҙан "Ҡомартҡы" халыҡ ансамбле һәм "Мирфәйзә" фольклор-эстрада студияһы етәксеһе Сөмбөл Шәрифулла ҡыҙы Юлбахтина ҡатнашты һәм I дәрәжә лауреат булып танылды!

Сөмбөл Шәрифулла ҡыҙын лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Артабан да тик уңыштар юлдаш булһын!

Афарин, Сөмбөл!
Афарин, Сөмбөл!
Афарин, Сөмбөл!
Афарин, Сөмбөл!
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас