

22 ноябрҙә Сибайҙа "Ирәндек уҡсыһы" кубогының 2-се этабы уҙҙы. Уның 1-се этабы 25 октябрҙә үткәйне.
Ярышта Сибай, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Әбйәлил, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Өфө, Бишбүләк райондарынан барыһы 35 уҡсы ҡатнашты.
Ир-егеттәр араһында Илфат Мырҙағәлин (Баймаҡ районы) - 1-се, Нуриман Хәйруллин (Әбйәлил районы) - 2-се, Хөрмәт Баһаутдинов (Сибай ҡалаһы) 3-сө урындарҙы яуланы.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Миләүшә Хәлилова (1-се урын, Әбйәлил районы), Нәилә Ишкилдина (2-се урын, Бөрйән районы) һәм Әлиә Ишморатова (3-сө урын, Бөрйән районы) еңеүселәр булып танылды.
Махсус бүләктәрҙе Гөлгөнә Ҡолһарина, Ғәфүр Рахманғолов, Фәнис Хәйбуллин, Әлиә Яныбаева, Имангөл Бикбирҙина яуланы. Шулай уҡ иң күп мәрәй йыйыусы Илфат Мырҙағәлинға ла махсус бүләк эләкте.
"Ирәндек уҡсыһы" кубогының йомғаҡлаусы 3-сө этабы 6 декабргә планлаштырылған. Уҡсыларға уңыштар теләйбеҙ.