Ғаилә йылы
24 Ноябрь 2025, 09:40

Имен-һау хеҙмәт итегеҙ!

Әрмегә көҙгө саҡырылыш дауам итә. Бөгөн Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары хәрби комиссариатынан 9 егет ил һаҡларға юлланды.

Әрмегә көҙгө саҡырылыш дауам итә. Бөгөн Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары хәрби комиссариатынан 9 егет ил һаҡларға юлланды. Буласаҡ һалдаттарҙы оҙатырға уларҙың ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары килде. Улар егеттәргә изге теләктәрен теләне.

Теүәл бер йылдан осрашҡанға тиклем! Һеҙгә һәм барлыҡ ир-егеттәргә еңел хеҙмәт, тоғро дуҫтар, рух ныҡлығы теләйбеҙ! 

Әйткәндәй, районда артабанғы көҙгө саҡырылыш 28 ноябрҙә һәм 2 декабрҙә була.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас