+24 °С
Ямғыр


22 ноябрҙә Өфөләге "Башҡортостан" концерт залында Баймаҡ районы яҡташтар берлегенең осрашыуы үтте. Ул "Белемдең социаль үҫешкә йоғонтоһо" тигән стратегик сессиянан башланды. Артабан район башлығы Азамат Иҙрисов төбәктең бөгөнгө һулышы менән таныштырҙы, үҫеш перспективаларын билдәләне. Һуңынан ул район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Сарала ҡатнашыусыларҙы арҙаҡлы яҡташыбыҙ - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов та тәбрикләне. Үҙенең сығышында ул яҡташтар ойошмаһы эшенә ҙур баһа бирҙе. Илшат Азамат улы артабан Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Сара ҙур концерт менән тамамланды.