Ғаилә йылы
20 Ноябрь 2025, 07:50

Уҡыусы район башлығына мөрәжәғәт иткән

Ул ауылда балалар майҙансығы төҙөүҙе һораған

Уҡыусы район башлығына мөрәжәғәт иткәнУҡыусы район башлығына мөрәжәғәт иткән
Уҡыусы район башлығына мөрәжәғәт иткән

Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов урындарға сығып, ауылдар халҡы менән осрашыуын дауам итә. Ошо көндәрҙә ул Һаҡмар һәм Бикеш ауылдарында булды.

Ауыл биләмәләре башлыҡтары үҙ биләмәләрендәге хәлдәрҙе, нимә эшләнгән, ниндәй проблемалар булыуы һәм киләсәккә пландары тураһында һөйләне. Артабан халыҡтың һорауҙарына яуаптар бирелде. Һәр ауылда аралашыу бик йәнле үтә, ҡайһы бер һорауҙар шунда уҡ хәл ителһә, ҡайһылары контролгә алына.

“Ауылдарҙа әүҙем, инициативалы кешеләр йәшәүе ҡыуандыра. Мәҫәлән, ауыл хеҙмәтсәндәренә стела ҡуйыу тәҡдиме булды. Тыуған еребеҙҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индергән яҡташтарыбыҙ тураһында иҫтәлекте һаҡлау –беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ. Ҡуянтау ауылынан бер малайҙың мөрәжәғәтен айырым билдәләп үткем килә. Ул балалар майҙансығы төҙөүҙе һораны. Әлбиттә, беҙ балаларҙың бәхетле бала сағы хаҡында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ. Был мәсьәләне хәл итергә тырышасаҡбыҙ”, - тип белдерҙе район башлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Баймаҡ районы башлығы Азамат Иҙрисов муниципалитет халҡы менән йылына ике тапҡыр осрашыуҙар үткәрә. «Тура диалог» режимында үткән осрашыуҙарҙа һәр кем етәкселеккә борсоған һорауҙарын бирә һәм уларҙы хәл итеү юлдарын тикшерә ала.

Уҡыусы район башлығына мөрәжәғәт иткән
Уҡыусы район башлығына мөрәжәғәт иткән
Уҡыусы район башлығына мөрәжәғәт иткән
Уҡыусы район башлығына мөрәжәғәт иткән
Уҡыусы район башлығына мөрәжәғәт иткән
Уҡыусы район башлығына мөрәжәғәт иткән
Уҡыусы район башлығына мөрәжәғәт иткән
Уҡыусы район башлығына мөрәжәғәт иткән
Уҡыусы район башлығына мөрәжәғәт иткән
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас