+24 °С
Ямғыр


“Иғтибар, балалар!” профилактик акцияһы сиктәрендә ҡаланың 4-се лицейында йәш инспекторҙар отряды уҡыусыларҙың яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтары булыу-булмауын тикшереү буйынса рейд үткәрҙе. Кейемдәге яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар (фликерҙар) ҡараңғы ваҡытта юлда баланың хәүефһеҙлеген һаҡларға ярҙам итә. Ҡараңғыла автомобиль фараларының яҡтылығы фликерға эләкһә, водитель ярайҙы уҡ алыҫ аралыҡтан был йәйәүлене йәки велосипедсыны күрә ала. Балаларҙың ғүмере һәм һаулығын һаҡлау өсөн уларҙың кейемдәренә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙы ҡуйырға онотмайыҡ.