+24 °С
Ямғыр


Төркиәнең Алания ҡалаһында үткән шашка буйынса донъя беренселегендә Самира Хәсәнова икенсе призлы урынды яуланы. Был мәртәбәле ярышта 14 йәшкә тиклемге һигеҙ ҡыҙ көс һынашты. Самираны ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм уға яңы ҡаҙаныштар һәм сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ! Уның тренеры Зөбәйеров Зөлфәр Абдулла улына ла иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ. Алда тағы ла күп еңеүҙәр булһын!