+24 °С
Ямғыр


Ишей ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә сираттағы гуманитар ярҙамды әҙерләне. Уның эсендә 6 маскировкалау селтәре, 54 пакет борщ, окоп май шәмдәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар бар.
"Посылкаларыбыҙ тәғәйенләнгән адресаттарға имен барып етһен, егеттәребеҙҙең ғүмерен һаҡлаһын. Был изге эштә ҡатнашҡан ағинәйҙәргә, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына, мәктәп, клуб коллективтарына ҙур рәхмәт!" - ти "Ағинәйҙәр" ойошмаһы рәйесе
Х.И. Ишдәүләтова.