+24 °С
Ямғыр


Баймаҡ дауаханаһы етәкселеге буласаҡ табиптар менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу Өфө медицина университетында үтте. Студенттар райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт алды, перспективалар һәм проблемалар, шулай уҡ үҫеш өсөн мөмкинлектәр тураһында фекер алышты. Бөтә һорауҙарға ла асыҡ һәм аныҡ яуап бирелде. "Районыбыҙҙың һаулыҡ һаҡлау системаһын артабан да яҡшыртыу өсөн сығарылыш студенттарын көтәбеҙ. Бергәләп медицинаны заманса һәм һөҙөмтәле итәсәкбеҙ", - тип белдерҙеләр район медицина хеҙмәткәрҙәре.