Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
18 Ноября 2025, 12:20

Рәсәйҙең иң көслө кешеһе - Баймаҡта

Билдәле спортсы 4-се лицейҙа булды

Рәсәйҙең иң көслө кешеһе - БаймаҡтаРәсәйҙең иң көслө кешеһе - Баймаҡта
Рәсәйҙең иң көслө кешеһе - Баймаҡта

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” исемен йөрөтөүсе башҡорт бәһлеүәне, билдәле спортсы, актер, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр Эльбрус Хәмит улы Ниғмәтуллин менән осрашыу үтте.

Уның уңыштарының тарихы күптәргә, бигерәк тә спортта һәм шәхси тормошта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә теләгәндәргә көс һәм дәрт бирә. Эльбрус Хәмит улы билдәләүенсә, кеше аныҡ маҡсатҡа эйә булырға тейеш.

Данлыҡлы спортсы: “Даими күнекмәләр һәм дөрөҫ туҡланыу — уңыштың нигеҙе. Тәртип ғәҙәтте булдырырға һәм маҡсатҡа өлгәшеү процесын һөҙөмтәлерәк итергә ярҙам итә”, - ти.

Эльбрус Хәмит улы лицей уҡыусыларына яуланған ҡаҙаныштар менән туҡталып ҡалмаҫҡа, даими үҫешергә, үҙ-үҙеңде камиллаштырыу өсөн туҡтауһыҙ эшләргә кәңәш итте.

“Легендар кеше Эльбрус Ниғмәтуллин менән аралашыу мөмкинлеге булдырған өсөн Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Сәфәрғәле улы Иҙрисовҡа рәхмәт белдерәбеҙ”, - ти лицей уҡыусылары һәм уҡытыусылары.

Рәсәйҙең иң көслө кешеһе - Баймаҡта
Рәсәйҙең иң көслө кешеһе - Баймаҡта
Рәсәйҙең иң көслө кешеһе - Баймаҡта
Рәсәйҙең иң көслө кешеһе - Баймаҡта
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас