+21 °С
Болотло


Билал мәктәбе автобусына йылы гараж булдырылды. Ул "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы"на ярашлы эшләнде. Әлеге ваҡытта гаражды йылытыу эштәре бара. "Иң тәүҙә эште Вәлит Һибәтуллин электр энергияһы үткәреүҙән башланы. Икенсе көн ир-егеттәр гаражға тиклем юлға ҡырсынташ түкте. Юлай Боҫҡонов, Рәфис Ғәлин (үҙ техникаһында) таш тейәп торҙо, Айнур Йәнгилдин, Илнур Иҫәнъюлов (үҙ техникаһында) ҡырсынташты ташыны. Алып килгән материалды Рәмил, Айнур, Айгиз Амановтар, Радмир Мәһәҙиев, Азамат Йәрмөхәмәтов, Искәнйәр Нурғәлин, Иршат Юлмөхәмәтов, Фәнил Кәримов, Рәсих Әбйәлилов, Рәжәп Сирусин, Иҙел Шәмситдинов юлға тигеҙләп түшәне. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!" - ти билалдар.