+21 °С
Болотло


Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов был ҡайғылы датаны иҫкә төшөрҙө. "Бөгөн, 16 ноябрҙә, бөтә донъя юлдарҙа ғүмерҙәре өҙөлгәндәрҙе иҫкә ала. Быйыл республикабыҙ юлдарында 340 кешенең ғүмере өҙөлгән. 340 кеше - ғаиләләр, ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙ өсөн 340 фажиғә. Улар - беҙҙең күршеләребеҙ, коллегаларыбыҙ, дуҫтарыбыҙ. Балаларҙы юғалтыу айырыуса ауыр, тәрән ҡайғы. Республикабыҙҙа йәшәгән 16 малай һәм ҡыҙҙың бик иртә ғүмере өҙөлөүө бигерәк аяныс. Был ҡайғылар беҙгә, тереләргә, етди иҫкәртеү булып тора. Юлдарҙа бер-беребеҙгә ихтирамлы һәм тәртипле булайыҡ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү - барыбыҙҙың да бурысы", - тип мөрәжәғәт итте ул республика халҡына.