Ғаилә йылы
16 Ноябрь 2025, 08:20

Имтихандар 1 июндән һуң башлана

Дәүләт имтихандарын үткәреү ваҡытына үҙгәрештәр индерелде

Имтихандар 1 июндән һуң башланаИмтихандар 1 июндән һуң башлана
Имтихандар 1 июндән һуң башлана

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт дәүләт имтихандарын үткәреү ваҡытына үҙгәрештәр индерҙе. 2025-2026 уҡыу йылынан алып берҙәм дәүләт имтиханын (ЕГЭ) һәм төп дәүләт имтиханын (ОГЭ) тапшырыу 1 июндән һуң башлана.

Был ҡарар уҡыусыларҙың уҡыу программаһын тулыһынса үҙләштереүен тәьмин итеү өсөн ҡабул ителгән. Имтихан кампанияһын һуңыраҡ башлау ваҡыты сығарылыш уҡыусыларына уҡыу процесын ҡыҫҡартмайынса уҡыуын тамамларға мөмкинлек бирәсәк.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас