Ғаилә йылы
13 Ноябрь 2025, 04:10

Темәстә - яңы аллея

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың үҙ аллеяһы бар

Темәстә - яңы аллеяТемәстә - яңы аллея
Темәстә - яңы аллея

Темәс ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың аллеяһы барлыҡҡа килде. Демобилизацияланған яугирҙәр, ауыл халҡы һәм эшҡыуарҙар көсө менән тиҙ арала аллеяның ҡоймалары ҡуйыла. Икенсе көндө теләге булған һәр кем ағас ултыртырға сыға. Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова: "Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тигәндәй, бәргәләп тотонғас, эштәр ыңғай барҙы. Аллеяның ҡоймаларын буяп та өлгөрҙөк. Хәҙер заказ бирелгән стеланы ҡуйырға ғына ҡалды. Беҙ быны бергәләп эшләнек! Хәҙер беҙҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың үҙ аллеяһы бар. Был изге эшкә өлөш индергән һәр кемгә ҙур рәхмәт!» - тине.

Темәстә - яңы аллея
Темәстә - яңы аллея
Темәстә - яңы аллея
Темәстә - яңы аллея
Темәстә - яңы аллея
Темәстә - яңы аллея
Темәстә - яңы аллея
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас