Ғаилә йылы
13 Ноябрь 2025, 10:35

Мәскәүҙәге студенттар өсөн

Республика Башлығы Радий Хәбиров 19 ноябрҙә Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенең юғары уҡыу йорттарында белем алыусы Башҡортостан студенттары менән осраша. 

Мәскәүҙәге студенттар өсөнМәскәүҙәге студенттар өсөн
Мәскәүҙәге студенттар өсөн

Республика Башлығы Радий Хәбиров 19 ноябрҙә Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенең юғары уҡыу йорттарында белем алыусы Башҡортостан студенттары менән осраша. Ошо көндө "Яҡташ" форумы үткәрелә. Йәштәр Республика Башлығына үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә, уңыштары менән уртаҡлаша ала. Форум 19 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының (РАНХиГС) тамаша залында (Мәскәү ҡалаһы, Вернадский проспекты, 82/1, 5-се корпус) үтәсәк. Һылтанма буйынса теркәлеү мотлаҡ: clck.ru/3Q3sAM

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас