Ғаилә йылы
13 Ноябрь 2025, 05:55

Ирекмәндәр штабында

Уҡыусыларға Тыуған илебеҙҙе яҡлаусыларға ярҙам итергә теләүҙәрен белдерҙе

Ирекмәндәр штабындаИрекмәндәр штабында
Ирекмәндәр штабында

Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәге – “Һаҡлаусы Фәрештә” ирекмәндәр штабында булды. Осрашыу мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәресенән башланды - ветерандар советы ирекмәне Зөлфиә Исламғолова маскировкалау селтәре үреү серҙәре менән уртаҡлашты. Артабан "Ватанды һаҡлаусылар" фондының социаль координаторҙары үҙәктә экскурсия ойошторҙо. Улар фондтың эшмәкәрлеге, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙам, тормошҡа ашырылған проекттар тураһында һөйләне.

Осрашыу аҙағында район хакимиәтенең йәштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларға М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы сафына инеү мөмкинлеген аңлатты. Балаларға штабтың бурыстары һәм маҡсаттары, улар ҡатнаша алған саралар һәм яугирҙәргә күрһәтә алған ярҙам тураһында һөйләнеләр. Осрашыу уҡыусыларға бик оҡшаны һәм улар Тыуған илебеҙҙе яҡлаусыларға ярҙам итергә теләүҙәрен белдерҙе.

Ирекмәндәр штабында
Ирекмәндәр штабында
Ирекмәндәр штабында
Ирекмәндәр штабында
Ирекмәндәр штабында
Ирекмәндәр штабында
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас