Ғаилә йылы
13 Ноября 2025, 12:35

10 һум аҡсаны алам тип...

Бала аҡсаны ҡулына алғас, шартлау яңғырай

10 һум аҡсаны алам тип...10 һум аҡсаны алам тип...
10 һум аҡсаны алам тип...

Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһында ун йәшлек малай күнекмәләрҙән ҡайтып барғанда юлда ятҡан 10 һум аҡсаны күреп ҡала. Бала аҡсаны ҡулына алғас, шартлау яңғырай. Һөҙөмтәлә уның ҡул суғы етди зыян күрә. Малайҙы дауаханаға оҙаталар һәм табиптар уға бер нисә операция эшләй.

Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә ошо хәл тураһында тағы бер тапҡыр иҫкәртеп, уяу булырға саҡырҙылар. Ҡотҡарыусылар ата-әсәләргә балалар менән ошо хәл тураһында һөйләшергә кәңәш итә. Ерҙән бер нәмә лә алырға, берәй әйбер ятһа, уны тибергә ярамай, тип аңлатығыҙ. Шикле предмет күрһәләр, шунда уҡ өлкәндәргә әйтһендәр. Был әйбер янында телефондан шылтыратырға ярамауын да аңлатығыҙ.

Өлкәндәр ҙә, әгәр шикле предмет күрһә, түбәндәгеләрҙе үтәргә тейеш:

-уға теймәгеҙ һәм уны урынынан күсермәгеҙ,

-балаларҙы уға яҡын ебәрмәгеҙ,

-тирә-яҡтағы кешеләрҙән һорашығыҙ, бәлки, һеҙ тиҙ генә әйберҙең хужаһын таба алырһығыҙ,

-әгәр транспортта йәки йәмәғәт урынында әйбер тапһағыҙ һәм уның хужаһы кем икәнен белмәһәгеҙ, транспорт водителенә, учреждение администраторына хәбәр итегеҙ,

-табылған әйберҙән мөмкин тиклем алыҫыраҡ китегеҙ һәм 112 һандарын йыйып, хәбәр итегеҙ. Полицияны көтөгөҙ.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас