Ғаилә йылы
12 Ноябрь 2025, 12:25

«Ватанды һөйөү имандан»

Башҡорт батальондарының рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Хафизов һәм махсус хәрби операция яугире Иҙел Миңдияр улы Солтанов менән осрашыу

«Ватанды һөйөү имандан»«Ватанды һөйөү имандан»
«Ватанды һөйөү имандан»

Бөгөн Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында үткән «Ватанды һөйөү имандан» тип аталған патриотик сараның төп геройҙары башҡорт батальондарының рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Хафизов һәм махсус хәрби операция яугире Иҙел Миңдияр улы Солтанов булды. Шулай уҡ сарала китапхананың әүҙем китап уҡыусылары, яғыулыҡ-энергетика колледжы студенттары, «Хәрби туғанлыҡ», «Ватанды һаҡлаусылар» ойошмаларының вәкилдәре һәм яугирҙәрҙең яҡындары ҡатнашты.

Хәмзә хәҙрәт Хафизов яугирҙәребеҙҙең кәйефе, йәшәү шарттары, иман менән әхлаҡтың, доғаның көсө тураһында бәйән итте. Башҡорт егеттәренең батырлыҡ һәм саялыҡтары тураһында айырыуса ғорурлыҡ менән һөйләне. Үҙе күргән, кисергән хәл-ваҡиғалар менән уртаҡлашып, йәш егеттәргә кәңәштәрен бирҙе.
Иҙел Миңдияр улы яуҙа ниндәй бурыстарҙы үтәүе тураһында һөйләне һәм хәрби әҙерлектең ни тиклем мөһим булыуын билдәләне. Айырыуса ауыр һынауҙар ваҡытында көстө ғаиләнән, ата-әсә һөйөүенән, мөхәбәттән алыуы тураһында әйтеп үтте. Сарала уның әсәһе лә ҡатнашты. Яугирҙең һөйөклө әсәһенә еткергән рәхмәт һүҙҙәре һәм ихлас күңелдән башҡарған йыры берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.

Осрашыуҙа һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды, ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен еткерҙе. Ҡаланың 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Искәндәр Тайбугин Артур Ғәҙелшиндың «Башҡортостан егеттәре» йырын башҡарыуы сарала ҡатнашыусыларҙын күңеленә ғорурлыҡ һәм илһөйәрлек тойғолары өҫтәне.

«Ватанды һөйөү имандан»
«Ватанды һөйөү имандан»
«Ватанды һөйөү имандан»
«Ватанды һөйөү имандан»
«Ватанды һөйөү имандан»
«Ватанды һөйөү имандан»
«Ватанды һөйөү имандан»
«Ватанды һөйөү имандан»
«Ватанды һөйөү имандан»
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас