+24 °С
Ямғыр


"Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҡыусылар араһында зал авиамоделдәре буйынса беренселек үтте. Уны “Йәш техниктар” станцияһы, «Смарт Баймаҡ» балалар технопаркы һәм Баймаҡ районы ДОСААФ-ы ойошторҙо. Ҡатнашыусыларҙы “Йәш техниктар” станцияһы директоры Р.А. Ғафарова һәм ДОСААФ рәйесе урынбаҫары Р.И. Бәхтиев сәләмләне.
Ярыштар өс категорияла үткәрелде. Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе, Темәс, Йомаш, Түбә ауылдары мәктәптәренең һәм ҡаланың “Йәш техниктар” станцияһының командалары ҡатнашты. Балалар техник белемен генә түгел, был өлкәләге ижади ҡараштарын да күрһәтте. Еңеүселәр һәм призерҙарға “Йәш техниктар” станцияһының һәм ДОСААФ-тың Почет грамоталаы тапшырылды.