Ғаилә йылы
11 Ноябрь 2025, 15:55

Ғашиҡтар матур даталарҙы һайлай

11.11.25 - Баймаҡта өс ғаилә барлыҡҡа килгән

Ғашиҡтар матур даталарҙы һайлайҒашиҡтар матур даталарҙы һайлай
Ғашиҡтар матур даталарҙы һайлай

11.11.2025. Бөгөн - был матур датала Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһының ЗАГС бүлегендә өс пар никахын теркәне. Уларҙың береһе өсөн был икеләтә байрам булды, сөнки уларҙың никахы 200-сө булып теркәлде. Был бәхет Айгөл Илхан ҡыҙы һәм Илфат Зөлфәр улы Кирамовтар өлөшөнә төштө. Яңы өйләнешкән парҙарға иң матур теләктәр менән беренсе ғаилә документы - никахты теркәү тураһында таныҡлыҡ тапшырылды.

"Һуңғы ваҡытта парҙар матур даталарҙа никахтарын теркәү өсөн йышыраҡ мөрәжәғәт итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, никахҡа инеү тураһындағы дәүләт теркәүе ЗАГС органына ғариза биргәндән һуң 1 айҙан (шул уҡ ваҡытта 12 айҙан да һуңға ҡалмайынса) башҡарыла. Ғаризаны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша бирергә мөмкин", - ти ЗАГС хеҙмәткәрҙәре.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас