+13 °С
Ясно


Ишмырҙа ауылында халыҡтың йәшәйешен уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итеүгә йүнәлтелгән мөһим эштәр башҡарылды: урамдарҙа яҡтылыҡ приборҙары яңыртылды, мәктәп ҡоймаларын алмаштырыу буйынса эш башланды һәм юл төҙөкләндерелде. Был эштәр ауыл халҡының тырышлығы, берҙәмлеге менән һәм төрлө программалар ярҙамында тормошҡа ашырылды.