+24 °С
Ямғыр


Барыбыҙ ҙа белеүебеҙсә, Өфөлә Салауат Юлаевтың һәйкәле реставрациялана. Ошо көндәрҙә постаменттан яңыртыуға алынған һәйкәл аҫтынан бынан 58 йыл элек яҡташтарыбыҙ яҙған хат табылған.
1967 йылдың 13 майында Баймаҡтан өс егет - Әхәт Йәнбәков , Ирмәк Исмәғилев һәм Азамат Вәлиев һәйкәл нигеҙенә быяла шешә һалып һәм унда тарихи ваҡиғала ҡатнашыуҙары тураһында яҙыу ҡалдырған.
"Ҡайҙа ҡарама, баймаҡтар!" тигәнгә тағы бер ишара бит был. Бәлки, был ағайҙарҙы белеүселәр барҙыр? Булһа, комментарийҙа яҙығыҙ әле.