Ҡаланың 5-се мәктәбе махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә даими ярҙам итә. Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар һәм ата-әсәләре сираттағы гуманитар ярҙамды әҙерләне. Каникул алдынан мәктәптә көҙгө йәрминкә үтте. Һәр кем тәмлекәстәр, ҡул эштәре һәм үҙ баҡсаһында үҫтереп алған уңышты һатыуға сығарған. Балаларҙың, ата-әсәләрҙең һәм уҡытыусыларҙың әүҙемлеге менән байтаҡ аҡса йыйылған.
Килемгә махсус хәрби операция зонаһында булған яҡташтарыбыҙҙың үтенесе буйынса кәрәкле техника һатып алына: дистанцион идара итеү пульты булған ике дизель йылытҡысы, ҡеүәте 300Вт булған портатив зарядлау аккумуляторы, 200-ҙән ашыу предметтан торған инструменттар йыйылмаһы, 10 килограмдан ашыу сөй һәм саморез. 8-се “а” һәм 8-се “б” кластары уҡыусылары өҫтәп башҡа файҙалы әйберҙәр ҙә йыя.