Ғаилә йылы
7 Ноябрь 2025, 15:30

Районыбыҙ - беренсе!

Беҙҙең район икенсе йыл рәттән зонабыҙ муниципалитеттары араһында беренсе урынды биләй

Районыбыҙ - беренсе!Районыбыҙ - беренсе!
Районыбыҙ - беренсе!

Беҙҙең район - урып йыйыу кампанияһы лидеры!

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала аграрийҙарҙың эшенә йомғаҡ яһалды һәм беҙҙең район икенсе йыл рәттән зонабыҙ муниципалитеттары араһында беренсе урынды биләүе асыҡланды.

“Был уңыш аграрийҙарыбыҙҙың фиҙаҡәр хеҙмәте һәм ауыл хужалығы предприятиеларының яйға һалынған эшенең һөҙөмтәһе. Уларҙың белеме һәм тәжрибәһе мул уңыш үҫтерергә мөмкинлек бирә. Хужалыҡ етәкселәренә, механизаторҙарға, комбайнсыларға, водителдәргә һәм ошо шәп һөҙөмтәгә өлөш индергәндәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы булыуығыҙ һәм эшкә тоғролоғоғоҙ - дөйөм уңышыбыҙҙың нигеҙе!” – тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.

Районыбыҙ - беренсе!
Районыбыҙ - беренсе!
Районыбыҙ - беренсе!
Районыбыҙ - беренсе!
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас