Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
7 Ноябрь 2025, 06:25

Президент вейптарҙы тулыһынса тыйыу хаҡындағы тәҡдимде хупланы

БДБ һәм донъяның башҡа илдәрендә вейптарҙы тулыһынса тыйыу ыңғай һөҙөмтәләргә килтергән

Президент вейптарҙы тулыһынса тыйыу хаҡындағы тәҡдимде хупланыПрезидент вейптарҙы тулыһынса тыйыу хаҡындағы тәҡдимде хупланы
Президент вейптарҙы тулыһынса тыйыу хаҡындағы тәҡдимде хупланы

«Рәсәй — спорт державаһы» форумында ил башлығы Владимир Путинға ошондай тәҡдим менән «Сәләмәт дәүләт» дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе Екатерина Лещинская мөрәжәғәт иткәйне. Уның һүҙҙәренсә, БДБ һәм донъяның башҡа илдәрендә вейптарҙы тулыһынса тыйыу ыңғай һөҙөмтәләргә килтергән.

Владимир Путин был тәҡдимде хупланы. «Бына Дмитрий Николаевич (Чернышенко, Рәсәй Федерацияһы премьер-министры урынбаҫары) башын һелкеп тора. Беҙҙең Хөкүмәт быны хуплай», — тип белдерҙе Президент.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас