Ғаилә йылы
7 Ноябрь 2025, 12:35

Лайыҡлы баһа

Яҡташтарыбыҙға лайыҡлы наградалар тапшырылды

Лайыҡлы баһаЛайыҡлы баһа
Лайыҡлы баһа

Бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Унда ауыл хужалығы өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт юлы үткән яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. “Ленин” ЯСЙ-һының мал аҙығы әҙерләү комплексы етәксеһе Үҙәнбаев Йәмил Фирғәт улына һәм “Байрамғолова Г.З.” КФХ-һының агрономы Мичунов Константин Михайловичҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” маҡтаулы исеме бирелде. Ә оҙаҡ йылдар райондың баш агрономы булып эшләүсе Хәсәнов Нәжип Ишбулды улының намыҫлы хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән билдәләнде.
Афарин, яҡташтар! Һеҙгә артабан да уңыштарға өлгәшеп эшләүегеҙҙе теләйбеҙ.

Лайыҡлы баһа
Лайыҡлы баһа
Лайыҡлы баһа
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас