Ғаилә йылы
7 Ноябрь 2025, 06:10

"Һабын бумы"на ҡушылығыҙ

Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға һәм ғаиләләргә ярҙам итәйек

"Һабын бумы"на ҡушылығыҙ"Һабын бумы"на ҡушылығыҙ
"Һабын бумы"на ҡушылығыҙ

Район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге ҡарамағындағы "Өмөт" тәрбиәгә бала алған ғаиләләр клубы ағзалары "Һабын бумы" республика акцияһында ҡатнашып, байтаҡ көнкүреш әйберҙәре йыйып тапшырҙы. Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға һәм ғаиләләргә ярҙам итеүселәрҙең булыуы бик ҡыуаныслы. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Йыйылған кәрәк-яраҡтар ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, инвалид балаларға һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә йүнәлтелә.

Был акцияға ҡушылырға теләүселәр 8 (34751) 2-26-60 телефоны буйынса бәйләнешкә инә ала. Адрес: Баймаҡ ҡалаһы, С. Юлаев проспекты, 44-се йорт, “Ғаилә” үҙәге.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас