+21 °С
Болотло


1-се Этҡол мәктәбе уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәгендә булды. Балалар буш ҡул менән килмәгән ине. Улар үҙҙәре менән хаттар, ихлас ярҙам һәм рәхмәт һүҙҙәре менән тулы һүрәттәр алып килде. Был балалар хаттары яугирҙәр өсөн ысын бүләк буласаҡ. Бынан тыш, уҡыусылар үҙҙәре йыйған аҙыҡ-түлекте һәм көнкүреш әйберҙәрҙен тапшырҙы.
Үҙәктә "Һаҡлаусы Фәрештә" төркөмө ирекмәндәре маскировкалау селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.