+24 °С
Ямғыр


"Иғтибар - балалар!" профилактик акцияһы сиктәрендә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Ҡаратал ауылы мәктәбе уҡыусылары менән осрашты. Уҡыусыларға балиғ булмағандар транспорт менән идара итһә, ниндәй яуаплылыҡ һалыныуы тураһында аңлатылды. Балиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары статистикаһы килтерелде. Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙы ҡулланыу һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Шулай уҡ уҡыусылар комендант сәғәте тураһында иҫкәртелде.