Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
30 Октябрь 2025, 22:25

Афарин!

Баймаҡ районы автоклубы 3-сө урынды яуланы!

Афарин!
Афарин!

Йыл дауамында республикала муниципаль райондарҙың автоклубтары араһында конкурс үтте. Конкурс бер нисә турҙан торҙо, уларҙың һәр береһендә автоклубтың ижади эшмәкәрлеге, документтарҙы тултырыу, эшмәкәрлекте социаль селтәрҙәрҙә һәм сайтта яҡтыртыу баһаланды. Конкурстың положениеһына ярашлы, автоклубтарҙың эшен баһалап, 3 призлы урын билдәләнде. Һәм Баймаҡ районы автоклубы 3-сө урынды яуланы! Баймаҡ район мәҙәниәт йортоноң агитбригадаһы етәксеһе Ғәлинур Хәләф улы Хәмитовты һәм уның командаһын ихлас ҡотлайбыҙ.

Беҙҙең "тәгәрмәсле автоклуб" районыбыҙҙың иң алыҫ ауылдарына ла барып етеп, халыҡҡа байрам һәм күңел йылыһы бүләк итә. Кешеләрҙе сәнғәт донъяһында сәйәхәт иттереп, күңелдәренә ял биргән артистарға ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия, ижади уңыштар һәм яңы, мауыҡтырғыс проекттар теләйбеҙ.

Афарин!
Афарин!
Афарин!
Афарин!
Афарин!
Афарин!
Автор: Лилия Кусябаева
Читайте нас