

25 октябрҙә Сибай ҡалаһының "Ирәндек уҡсыһы" тирында Хөрмәт Баһаутдиновҡа 75 йәш тулыу айҡанлы мәртәбәле турнир ойошторолдо. Хөрмәт Ғабсатар улы, олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йәштәр менән бер рәттән мәргәнлектә көс һынаша. Байтаҡ ҡына еңеүҙәргә лә өлгәшкән. Үткән ҡыш Орел ҡалаһында уҙған Рәсәй чемпионатына ла барып ҡатнашып ҡайтыуы үҙе ни тора. Хөрмәтле уҙаман бөгөн дә хеҙмәт юлын дауам итә: Сибай ҡалаһының политехник колледжында йәш быуынға уҡ атыу серҙәрен өйрәтә.
Ҡағиҙә буйынса, һәр ваҡыттағыса, тәүҙә квалификация этабы, аҙаҡ иң көслө 16 уҡсы финал этабында призлы урындар өсөн көс һынашты.
Ярышта Сибай, Баймаҡ, Белорет, Күмертау, Өфө ҡалалары, Әбйәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет райондарынан бөтәһе 60-ҡа яҡын уҡсы ҡатнашты.
Һөҙөмтәләр түбәндәгесә:
Ир-егеттәр араһында:
1-се урын - Ғәфүр Рахманғолов (Баймаҡ районы);
2-се урын - Батырхан Ғайсин (Ауырғазы районы);
3-сө урын - Сынбулат Юлбирҙин (Бөрйән районы).
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1-се урын - Гөлгөнә Ҡолһарина (Баймаҡ районы);
2-се урын - Миләүшә Хәлилова (Әбйәлил районы);
3-сө урын - Кәримә Нөғәмәнова (Әйбәлил районы).
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ.