Ғаилә йылы
24 Октябрь 2025, 14:40

"Башҡортостандан һөйөү менән"

Мәскәүҙә уҡыған республика йәштәре өсөн аҙыҡ-түлек ылауы алып барыу ойошторола

"Башҡортостандан һөйөү менән""Башҡортостандан һөйөү менән"
"Башҡортостандан һөйөү менән"

Мәскәүҙә уҡыған республика йәштәре өсөн аҙыҡ-түлек ылауы алып барыу ойошторола.
Ноябрҙең икенсе декадаһында «Башҡортостандан һөйөү менән» проекты сиктәрендә аҙыҡ-түлек ылауының беренсе этабы старт ала. Мәскәүҙә уҡыған Башҡортостан студенттарына һәм аспиранттарына туғандары һәм яҡындары кәрәкле әйберҙәр менән посылка тапшыра ала.

Маршрут Башҡортостан ҡалалары, район үҙәктәре һәм ауылдары аша үтеп, башҡалаға юл ала: Сибай - Темәс - Асҡар - Инйәр - Өфө - Кушнаренко - Дүртөйлө - Нефтекама - Балашиха  - Мытищи - Мәскәү.

Посылкаларҙы ебәреү шарттары:
  посылканың ауырлығы 32 кг-дан артмаһын;
  посылкаларҙың ҙурлығы: уның яҡтарының суммаһы  160 см-ҙан артмаһын;
  тиҙ боҙола торған аҙыҡ-түлекте ебәрергә ярамай.

Әгәр һин студент йәки аспирант булһаң, һәм һине был тәҡдим ҡыҙыҡһындырһа, түбәндәге һылтанма аша теркәлеү үтергә һәм анкета тултырырға кәрәк: 

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас