

“Ишей башланғыс мәктәбенең уҡыусылары менән штаб бүлмәһендә "Батырлыҡ дәресе" үткәрҙек.
Уҡыусылар таҫмаларға ҡырҡылған махсус материалдарҙы кәтүктәргә урап, остарын бәйләп ҡуйҙы. Улар был эште тиҙ ҡулайлаштырып, оло инәй-өләсәйҙәргә ҙур ярҙам күрһәтте. Күмәкләгәс, эшебеҙ ҙә ырамлы булды.
Артабан селтәр үрә торған станокты штабҡа индереп, әҙерләп тә ҡуйҙыҡ.
Уҡыусыларҙың һорауы буйынса селтәр үреү эшен башлап күрһәттек. Улар был эште лә тиҙ төшөнөрҙәр, тигән ышаныстабыҙ.
Бәләкәй булыуҙарына ҡарамай, яугирҙәргә ярҙам итеүҙә үҙ өлөштәрен индерергә әҙер торған уҡыусыларыбыҙ: Инсаф Аҙнағолов, бер туған ағайлы-ҡустылы Әмин, Юлдаш, Батыр Ҡарасуриндар менән ғорурланабыҙ.
Шулай уҡ бөгөн ваҡыт табып, ярҙамға килгән ауылыбыҙҙың гүзәл заттары: ағинәйҙәр Таңһылыу апай Иҫәнбаеваға, Алтынбикә апай Ҡарасуринаға, Ғәлиә апай Хөсәйеноваға, Рәхимә апай Юлдашкилдинаға, Мәүлиҙә Мырҙайәноваға, Миңзифа Ишдәүләтоваға, Фәриҙә Ҡотлобаеваға, Лариса Ҡарасуринаға, Айһылыу Ҡарасуринаға рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм”, - тип хәбәр итте “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Х. Ишдәүләтова.